Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
07:32 (UTC+5), 06 Июля 2015

Баш ҡалала яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың яңы китабы донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы-сатирик, шағир һәм публицист Марсель Сәлимовтың «Заманына күрә көлкөһө» исемле китабы донъя күрҙе.
Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора. «Сәнскеле сәсмәүер» бүлегендә — сатирик хикәйәләр, фельетондар һәм юморескалар, «Шаян шиғриәт»тә — шиғырҙар, эпиграммалар һәм мәҫәлдәр, «Сәйер сәхнә»лә — юмористик монологтар, скетчтар һәм сценарийҙар, «Ҡыҙыҡлы ҡәләм»дә сатириктың күңелле хәтирәләре, очерктары һәм яҙмалары тупланған.
Көлкө оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәрендә йәшәйештәге мөһим проблемаларҙы күтәрә, үткән юлға йылмайып баға һәм яҡшы тормошҡа илтеүсе кире күренештәрҙән көлә.
«Әсәгә сабыйы тыуған кеүек үк яҙыусының яңы китабы сығыуы ла шундай уҡ шатлыҡлы ваҡиға, — тип һөйләне юморист. — Өҫтәүенә миңә был «баланы» оҙаҡ көтөргә тура килде. Күп әҫәрҙәр төрлө телдәрҙәге йыйынтыҡтарҙа баҫылған, бына, ниһайәт, туған телемдә лә китабым баҫылып сыҡты!».
Яңы баҫманың тиражы — 1000 дана. Китапты «Китап» нәшриәтенең магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Марсель Сәлимов — башҡорт, рус, татар, сыуаш, болгар телдәрендә баҫылған 30-ҙан ашыу китап, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге сатирик ике томлыҡ авторы. «Алеко» (Болгария), Сергей Михалков (Рәсәй) һәм Николай Гоголь (Украина) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика