Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:58 (UTC+5), 03 Июля 2015

Баш ҡалала юморист, «башҡорт Райкины» Әхәт Уразмәтов менән бәхилләшәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2 июлдә башҡорт юморисы Әхәт Уразмәтов оҙаҡ ауырығандан һуң 84-се йәшендә вафат булды. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада оҫтаһы, халыҡ уны билдәле Кәтүк менән Бағанай дуэтында ҡатнашыусы булараҡ белә ине.
Әхәт Сәлих улы Уразмәтов 1931 йылдың 9 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған. 1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын башлай. 1952 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәфүр Латипов менән Кәтүк менән Бағанай дуэтын ойоштора. Унда лирик һәм публицистик монологтар, Ҡадир Даяндың, Мостай Кәримдең, Шәриф Биҡҡолдоң юморескалары менән сығыш яһай. Дуэт составында Әхәт Уразмәтов бөтә Советтар Союзында гастролдәрҙә йөрөй. Ижади тормошонда артист сәхнәлә бик күп сағыу образдар тыуҙыра.
Әхәт Уразмәтов туплаған тәжрибәһен йәш эстрада артистарына тапшыра. Шул рәүешле башҡорт эстрадаһында емешле эшләгән Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк көлкө театры ойошторола. Йәшенә ҡарамаҫтан, артист концерттарҙа, юмор фестивалдәрендә, юбилей кисәләрендә сығыш яһауын дауам итә. Күренекле артист, сағыу шәхес, яҡшы кеше Әхәт Уразмәтов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Әхәт Уразмәтов менән бәхилләшеү 3 июлдә Башҡорт дәүләт филармонияһында (Гоголь урамы, 58) иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика