Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:51 (UTC+5), 23 Июня 2015

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары Ҡаһым түрәне һәм Рудольф Нуриевты ҡарай аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары уңайынан Башҡортостандың һәр мәҙәни учреждениеһы мәҙәни программа әҙерләй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сит ил ҡунаҡтарына башҡорттарҙың менталитетын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған спектаклдәр тәҡдим итә.
6 июлдә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Баязит Бикбайҙың һәм Хәмит Ирғәлиндың «Ҡаһым түрә» драмаһын (режиссеры — Олег Ханов) ҡарай ала. Спектакль 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашевҡа арналған.
7 июлдә «Руди — Never оff» спектакле (режиссеры — Айрат Абушахманов) сәхнәгә ҡуйыла. Бында билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев хаҡында һүҙ бара. «Уның бала сағында күргән ауырлыҡтары, тормош һынауҙары хаҡында белмәүселәр бөтә донъяла танылыу яулаған бөйөк бейеүсенең көслө характерын аса», — тип билдәләнеләр театрҙа.
8 июлдә театр Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһын (режиссеры — Айрат Абушахманов) тәҡдим итә. 9 июлдә Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы (режиссеры — Олег Ханов) күрһәтелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика