Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
08:12 (UTC+5), 12 Мая 2015

«Башҡортостан таланттары» Өфөлә бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шаршамбы, 13 майҙа, Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында быйылғы балалар һәм йәштәр өсөн ижади сараларҙа еңеүселәр ҡатнашлығында «Башҡортостан таланттары»ның гала-концерты була.
Программала республиканың йәш ижади коллективтары — Өфө сәнғәт училищеһының тынлы һәм һуҡма инструменттар оркестры һәм биг-бэнды, урта махсус музыка колледжының Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм Камерный оркестры, Салауат музыка колледжының «Тере һыу» халыҡ фольклор ансамбле, Күмертау балалар хоры мәктәбенең «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт хореография колледжының халыҡ бүлеге уҡыусылары сығыш яһай.
Коллективтар, шулай уҡ солистар башҡарыуында классик, төрлө халыҡтарҙың фольклор әҫәрҙәре, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған популяр йырҙар, Мостай Кәримдең «Партизан ҡатыны» шиғыры яңғыраясаҡ. Концерт Өфө сәнғәт училищеһының йыйылма хоры һәм Октябрьский музыка колледжы хорының сығышы менән тамамланасаҡ.
Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика уҡыу-методик үҙәге, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы.
Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана, инеү ирекле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика