Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:45 (UTC+5), 19 Февраля 2015

Башҡортостанда «Ҡәҙерләйбеҙ. Һаҡлайбыҙ. Хәтерләйбеҙ» күргәҙмәләр проекты башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата «Ҡәҙерләйбеҙ. Һаҡлайбыҙ. Хәтерләйбеҙ» республика күргәҙмәләр проекты старт ала.
Проект сиктәрендә йыл дауамында республика музейҙарында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан. Күргәҙмәләрҙән тыш, Бөрө, Нефтекама, Илеш, Тәтешле, Шишмә, Хәйбулла райондарының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейҙарында, Ғәли Соҡоройҙоң музейында яңыртылған экспозициялар асыласаҡ.
Башҡортостандың муниципаль музейҙарында республикалағы төп музейҙарҙың күсмә күргәҙмәләре үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда хәрби ойошмалар», республиканың Хәрби Дан музейы — «Муса Гәрәев — ҡаһарманлыҡ һәм тормош биттәре», «Төп йүнәлештә — Сталинград», «Һуғыш йылдарында Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте», «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм һуғыш», «Башҡортостан Республикаһында ветерандар хәрәкәте», 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы «Ҡаһарманлыҡҡа илһамландырыусы «Ҡыҙыл атлылар» гәзите», «Халыҡ хәтерендә» күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Проект Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығы миҫалында йәштәрҙе һәм уҡыусыларҙы тәрбиәләү үҙәге булып торған Хәрби Дан музейында башлана. Бөтәһе 100-ҙән ашыу күргәҙмә ойоштороу ҡаралған. Проект 2015 йылдың декабрендә тамамлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика