Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
06:55 (UTC+5), 18 Февраля 2015

Башҡорт дәүләт драма театрында «Ҡаһым түрә» спектакленең премьераһы буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 һәм 22 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында «Ҡаһым түрә» спектакленең премьераһы буласаҡ. 17 февралдә театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, актерҙар, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров менән Алмас Әмиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Спектакль тарихи шәхескә — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкының легендар командиры, полководец Ҡаһым Мырҙашевҡа арналған.
— Беҙ ошо геройҙың образына күңел ҡушыуы буйынса мөрәжәғәт иттек. Был Ватанға, тыуған ергә һөйөү хисе. Һәммәбеҙ ҙә Ваҡытты үҙебеҙ аша үткәрәбеҙ. Ҡаһымды һуғышҡа китергә, полкка етәкселек итергә, ғәҙел көрәшергә нимә мәжбүр итә һуң? Шул һуғышта 500 кешенән торған 28 башҡорт полкы ҡатнаша. Беҙ ошо рухты, асылды тамашасыға еткерергә тейеш, — ти режиссер Олег Ханов.
Стәрлетамаҡ драматургы Хәмит Ирғәлин күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың драмаһына заманса һулыш биргән: яңы текст яҙған, геройҙарға психологизм өҫтәгән. Шул арҡала уларҙың образы сағыуыраҡ, асығыраҡ булып киткән һәм күбеһе яңы кимәлгә күтәрелгән.
Ҡаһым түрә ролендә — Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.
Спектаклдең рәссамы — Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев, балетмейстеры — Сулпан Асҡарова.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика