Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:48 (UTC+5), 22 Декабря 2014

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Юбилей тантанаһының рәсми өлөшөндә театр коллевтивын БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әбүшахманов ҡотланы.
Театрҙың бер нисә хеҙмәткәренә — композитор Урал Иҙелбаевҡа — «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», актриса Гөлфиә Суфиянова-Раяноваға — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», рәссам-бутафор Анатолий Жучковҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Кисәлә бөтә театр цехы вәкилдәре Хөкүмәт, БР Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте һәм республика профсоюздар комитетының почет грамоталары менән бүләкләнде.
Театрҙың юбилейы айҡанлы Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың һәм Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ҡотлау телеграммалары уҡып ишеттерелде.
Театр хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға Камал исемендәге татар театры һәм Рифҡәт Исрафилов етәкселегендәге Ырымбур драма театрынан коллегалары килгәйне.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллығына республиканың барлыҡ театрҙары ҡатнашлығында театрлаштырылған ҡотлау әҙерләнгән. Программала театрҙың асылғандан алып бөгөнгө көнгәсә тарихы сағылыш тапты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда «Башҡорт дәүләт академия драма театры – спектаклдәрҙә һәм төрлө йөҙҙәрҙә» презентация проекты президент грантын алды. Презентация сиктәрендә өс томлыҡ юбилей йыйынтығы нәшер ителде. Уны артистарҙың һәммәһенә бүләк иттеләр.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика