Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:39 (UTC+5), 18 Декабря 2014

Ғәйнетдин Моталов — дирижер, музыкант, педагог (тыуыуына 85 йыл тулыуға ҡарата)

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Бөгөн Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Ғәйнетдин Моталовҡа 85 йәш тулған булыр ине.
Ғәйнетдин Хәйретдин улы Моталов 1929 йылдың 18 декабрендә Башҡортостандың Хәйбуллла районы Йәнтеш ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 30-сы йылдар башында Моталовтарҙың күп балалы ғаиләһе законһыҙ рәүештә репрессиялана, өҫтәүенә, атаһы — лагерға, әсәһе дүрт балаһы менән бергә Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһына оҙатыла. Бары тик 1937 йылда ғына атаһы уларҙы Башҡортостанға алып ҡайта. Ғаилә Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәй башлай.
Мәктәп йылдарында Ғәйнетдин үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашып йөрөй, тауышы ла бик матур була. 1945 йылда Ғәйнетдин Моталов Свердловск музыка училищеһына уҡырға инә. Уны тамамламайынса Совет Армияһының Өфө музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәбендә һәм бер үк ваҡытта эшсе йәштәр мәктәбендә белем ала. 1952 йылда профессор Григорий Столяров класы буйынса Мәскәү хәрби дирижерҙар институтын тамамлай.
1954 йылда Ғәйнетдин Моталов беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры пульты артына баҫа һәм 35 йылдан һуң ғына унан китә. 1973-1980 йылдарҙа ул театрҙың баш дирижеры булып эшләй.
1970 йылдан Ғәйнетдин Хәйретдин улы Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла уҡыта. 1994 йылдан бирле профессор. Ғәйнетдин Моталов тиҫтәләрсә профессиональ йырсылар әҙерләп сығарған. Бөгөнгө көндә улар Өфөлә, Һамарҙа, Силәбелә һәм башҡа ҡалаларҙа уңышлы эшләп йөрөй.
Сәнғәткә ҙур өлөш индергәне өсөн Ғәйнетдин Моталовҡа «Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. Республика премьера спектаклдәре конкурсы, Бөтә Рәсәй драма, музыкаль һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры, республика музыкаль театрҙар спектакле фестивалендә дипломант була.
Ғәйнетдин Хәйретдин улы 2011 йылдың 21 июнендә 82-се йәшендә вафат булды. Ул Өфөлә ерләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика