Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
14:13 (UTC+5), 15 Декабря 2014

Бөгөн Башҡорт академия драма театрының 95 йыллыҡ юбилейына арналған матбуғат конференцияһы үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында театрҙың 95 йыллыҡ юбилейына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. 4 декабрҙә театрҙа «100-гә тиклем биш миҙгел» слоганы аҫтында түңәрәк дата үткәрелде. Рәсми юбилей тантанаһы 19 декабргә билдәләнгән. «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры — спектаклдәрҙә һәм йөҙҙәрҙә» презентацияһы проекты 2014 йылда президент грантына лайыҡ булды.
— Хәҙерге көндә беҙҙең төп бурысыбыҙ — тәү сиратта телде һаҡлау. Икенсеһе — беҙ заман талаптарына тап килергә, даими эҙләнеүҙә булырға тейеш. Театрыбыҙ шул йүнәлештә эшләй. Эксперименттар үткәрергә, классик әҫәрҙәргә икенсе күҙлектән ҡарағы килә. Ике миҫал килтерәм — бөгөнгө көнгә ауаздаш «Ҡара йөҙҙәр» спектакле. Унда наҙанлыҡ проблемаһы күтәрелә. Йәки Туфан Миңнуллиндың «Мин — ҡатын-ҡыҙ» спектакле. Балаларҙан баш тартыу бөгөн дә киҫкен мәсьәлә булып тора. Шулай итеп, мин театр заман менән бергә атларға тырыша тип әйтергә теләйем, — тип иҫәпләй театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 95 йыллығына өс томда юбилей китабы сығарылды. Баҫманың авторы-төҙөүсеһе – билдәле сәнғәт белгесе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Суфия Күсимова. Беренсе китап театр тарихына, башҡорт сәнғәтенең алтын фондына ингән спектаклдәргә арналған. Икенсе китап театрҙың атаҡлы режиссерҙары, легендар актерҙары тураһында бәйән итә. Өсөнсөһө фотоальбом рәүешендә төҙөлгән. Ул театр, уның бөтә цехтарының эшмәкәрлеген, яңы постановкалар ҡуйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙы үҙ эсенә алған.
Театрҙың 95 йыллығына арналған юбилей кисәһе 19 декабрҙә киске сәғәт етелә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика