09:48 (UTC+5), 03 Декабря 2014

Республикала «Урал батыр» Сәсәндәр үҙәге ойошторолдо

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында «Урал батыр» Сәсәндәр үҙәге ойошторолдо.
- Үҙәк Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт менән сыҡҡан, халыҡ сәсәниәһе, Сибай сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның башланғысы буйынса ойошторола. Идея республика етәкселегендә хуплау таба. Бөгөнгә, Сибайҙан тыш, сәсәндәр мәктәптәре республиканың төрлө ҡалаларында бар: Өфөлә – Розалия Солтангәрәева, Учалыла – Ғәрифә Кудрявая, Дәүләкәндә – Зөләрәм Снигирева, Әбйәлил районында Хәнифә Әбүбәкирова етәкселегендә. Хәҙер «Урал батыр» үҙәге координациялау, ойоштороу ролен башҡарасаҡ. Алдағы проекттар буйынса документтар әҙерләнә. 2015 йылда «Урал батыр» эпосы декадалары, ауыҙ-тел әҙәбиәте декадалары ойоштороласаҡ. Башҡортостан композиторҙары өсөн дә тәҡдимдәр бар: атаҡлы бәйетсе-фольклорсы Мөхәмәтшә Буранғоловтың либреттоһы буйынса операларҙы тергеҙеү, эпос менән бәйле яңы әҫәрҙәр тыуҙырыу, — тип һөйләне Үҙәк етәксеһе Нәфисә Тулыбаева.
2015-2016 уҡыу йылдарында Сибай сәнғәт колледжында «Халыҡ художество ижады» һөнәре буйынса бюджет нигеҙендә йыл һайын абитуриенттарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. «Халыҡ художество ижады» яңы белем биреү программаһын лицензиялау буйынса эштәр дауам итә, шулай уҡ «эпостарҙы өйрәнеү», «тамаҡ менән йырлау» һәм «импровизация» эш программалары әҙерләнә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бергә Сәсәндәр үҙәге Башҡортостандың, Ҡаҙағстандың, Яҡуттың һәм Тываның билдәле сәсәндәре ҡатнашлығында тамаҡ менән йырлаусылар өсөн оҫталыҡ кластары, Сибайҙа «Буранғолов уҡыуҙары» сәсәнлекте үҫтереү буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Миәкә районында «Акмулла нәсихәттәре» тигән фольклор байрамын уҙғарыу планлаштырылған.
Әҙерләнеп килгән программа пункттарының береһе – 1944 йылда һуңғы тапҡыр Мөхәмәтшә Буранғоловҡа тапшырылған «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» исемен тергеҙеү буласаҡ.
- Таралып барған глобалләштереү шарттарында милли мәҙәниәттең күп элементтарына юғалыу ҡурҡынысы янауы бер кемгә лә сер түгел. Эпос йөрөтөүселәр иҫән саҡта, заманса һанлы техниканың ғәйәт ҙур мөмкинлектәре булғанда, илдең ғилми-тикшеренеү институттарының архив яҙмалары барҙа эпос һөйләү оҫталығын өрәнеү һәм дөрөҫ пропагандалау көсөбеҙҙән килә тип уйлайым. Республика етәкселегенең иғтибарына күрә башҡорттарҙың юғалыу өҫтөндә булған сәсәнлек йолалары һаҡланып ҡаласаҡ тигән ышаныстамын, — тип иҫәпләй халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурстары лауреаты, Сибай сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина.
Республикала шулай уҡ боронғо «Урал батыр» эпосын «Башҡорт Уралы» комплекслы биосфера резерваты составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өҫтөндә эш алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика