Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:51 (UTC+5), 25 Ноября 2014

Башҡортостандың йәш таланттары фестивалдә республика халыҡтарының йолаларын һәм кәсептәрен тәҡдим итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан халыҡтарының йолалары һәм кәсептәре: үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге» республика күргәҙмә-фестивале Өфөлә 3 декабрҙә уҙасаҡ. Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгенә Башҡортостандың 11 ҡалаһынан һәм 23 районынан еңеүселәр һәм призерҙар киләсәк.
Тыуған төйәген һөйөүсе йәш таланттар марафонында айырым коллективтар ҙа, үҫмерҙәр клубтары ла, мәктәптәр ҙә ҡатнаша. Жюриға ағас һәм металды художестволы эшкәртеү буйынса эштәр, столяр-конструктор изделиелары, туҙҙан, кейеҙҙән, талдан, һаламдан эшләнгән әйберҙәр, традицион халыҡ ҡурсағы, милли һәм заманса уйынсаҡтар тәҡдим ителгән.
Күргәҙмәнең бөтә йүнәлештәре буйынса эксперттар республиканың 39 районынан һәм 11 ҡалаһынан 500-ҙән ашыу экспонатты ҡараған.
БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, күргәҙмә менән генә эш сикләнмәйәсәк. Программала шулай уҡ БР атҡаҙанған рәссамдары, иң яҡшы өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары менән оҫталыҡ кластары, еңеүсе экспонаттарҙың презентацияһы, бүләкләү бар. Фестиваль Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 43 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика