Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ноябрь 2014, 13:34

Башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Халыҡ-ара төрки телле конкурсының төбәк этабы еңеүселәре булды

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы 18 ноябрҙә Өфөлә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙҙы. Унда бәйгенең башҡорт этабын ойоштороусылар ҡатнашты – Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡызы» республика журналдары редакциялары, шулай уҡ Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Якуб Омероглы һәм Эсхешехир (Төркиә) ҡалаһы губернаторы Гюнгер Азим Туна.
XI-XII быуаттың атаҡлы төрөк филологы һәм һүҙлексеһе исемен йөрөткән әҙәби конкурста Башҡортостандан 33 автор ҡатнашты. БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаевтың әйтеүенсә, конкурс башҡорт әҙәбиәте һәм прозала яңы исемдәр асыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорт яҙыусылары Гөлсирә Ғизәтуллина һәм Тәскирә Даянова уҙған йылдарҙағы әҙәби конкурстарҙа республиканан лауреаттар булды. Уларҙың хикәйәләре төрөк теленә тәржемә ителде һәм төрки журналдарында донъя күрҙе.
- Башҡорт яҙыусыларының төрки әҙәбиәте һәм мәҙәниәте донъяһына ла шулай уҡ өлөш индереүенә ышанғы килә. Конкурс – ул авторҙарыбыҙҙың оҫталығын күрһәтеү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ, уның ярҙамында Башҡортостан яҙыусыларының исеме төрөк уҡыусыһына билдәле була, — тип билдәләне «Башҡортостан ҡызы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев һөйләүенсә, конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙән жюри бишәүһен һайлап алды. Улар араһында тәүге өс урынды яулаусылар асыҡланды. «Француз» хикәйәһе менән шағирә Тамара Ғәниева өсөнсө урынды яуланы. «Был прозалағы минең тәүге тәжрибәм. Һәм күрәһең уңышлы килеп сыҡты», — тип билдәләне автор. Жюриның берҙәм тауышы менән икенсе урында – Сибайҙан Миләүшә Ҡаһарманова. Уның «Сәләм» хикәйәһе – шулай уҡ шағирәнең хикәйәләү жанрын үҙләштереү миҫалы. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева беренсе урынға лайыҡ булды.
- Конкурсҡа тәҡдим иткән хикәйәм «Фортуна» тип атала. Был тәүге етди әҫәрҙәремдең береһе, ошондай ҙур конкурста уны юғары баһалағандары өсөн бик шатмын, — тип һөйләне Гөлнур Аҙнабаева. — Хикәйәләү нигеҙенә ғаиләм тормошонан, туғандарымдың береһе – бүлеү буйынса Чечняға мәргән булып эләккән һәм 1996 йылда хәрби ваҡиғалар ваҡытында һәләк булған, йәш егеттең тарихы ятты. Уның исеме Фәрғәт, дуҫтары шаяртып «Фортуна» тип йөрөттө, ул тормош уға уңышлы ҡарай тип ышанды, хатта армияла хеҙмәт иткәндә лә мотлаҡ иҫән ҡайтасағын яҙҙы. Уның яҙмышын, туғандарының, дуҫтарының, полкташтарының уның тураһында хәтирәләрен ошо әҫәрҙә һөйләргә булдым. Был тарихта Чечня һуғышы ваҡытында Рәсәйҙә тотош бер быуын йәш һәм яҡшы егеттәрҙең һәләк булыуы тәьҫир итте.
Конкурстың шарттары буйынса, иң яҡшы хикәйә авторын 1000 лира күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнеләр, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусылар ҙа шулай уҡ аҡсалата премиялар алды. Бынан тыш, төбәк этабын ойоштороусылар үҙҙәренең дәүртләндереү бүләктәрен әҙерләгәйне. «Ағиҙел»дең бүләгенә Учалынан Спартак Ильясов, «Башҡортостан ҡызы» журналы бүләгенә Әбйәлил районының Теләш ауылынан Зөһрә Башарова лайыҡ булды.
Гөлнур Аҙнабаеваның «Фортуна» хикәйәһе киләһе турҙа ҡатнашыу өсөн Төркиәгә ебәреләсәк. Халыҡ-ара бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы декабрҙә Әзербайжандың баш ҡалаһы Бакула уҙасаҡ.
Халыҡ-ара конкурс ойоштороусыһы, Евразия яҙыусылары берләшмәһе рәйесе Якуб Омероглы билдәләүенсә, әҙәби бәйгелә 25 төрки телле ил һәм төбәк ҡатнаша. Конкурсты уҙғарыуҙа Төркиәнең Эсхешехир ҡалаһы хакимиәте булышлыҡ итә. «Был конкурс бөтә төрки телле донъя өсөн ҙур ҡиммәткә эйә һәм халыҡ шағиры Юнус Эмре, халыҡ төрөк аҡыл эйәһе Насреддин Ходжа кеүек уның билдәле вәкилдәренең, ябай булмаған тарихи шәхестәрҙең глобаль идеяларын уҡыусыларға еткерергә ярҙам итә», — тип өҫтәне Эсхешехир губернаторы Гюнгер Азим Туна
Читайте нас: