Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
06:40 (UTC+5), 11 Ноябрь 2014

Республикала Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә арналған «Ике аҡҡош» конкурс-фестивале уҙасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда легендаға әйләнгән йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева һәм талантлы композитор, музыкант Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурс-фестивале уҙасаҡ.
Конкурс-фестивалдең бурыстары һәм маҡсаттары – Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, музыкаль йыр ижадын пропагандалау, халыҡсан башҡарыу традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли йырҙарҙы башҡарыусы йәш таланттарҙы асыҡлау, толерантлы конфессия-ара һәм этник мөнәсәбәттәрҙе, халыҡтар дуҫлығын нығытыу.
Конкурста БР дөйөм белем биреү йорттары, музыка мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары, һөнәри тәжрибәһе биш йылдан дә кәм булмаған йәш башҡарыусылар ҡатнаша ала. Шулай уҡ коллективтарҙың ҡатнашыуы ла хуплана.
Ойоштороу комитетын билдәле йырсы һәм депутат Айҙар Ғәлимов етәкләй.
Конкурс ике номинация буйынса уҙғарыла: вокал һәм баян. Беренсеһендә конкурста ҡатнашыусылар Фәриҙә Ҡудашеваның репертуарынан халыҡ йырҙарын йәки заманса музыка әҫәрҙәрен башҡарырға тейеш. Икенсе номинация баянсы Бәхти Ғайсиндың һөнәри эшмәкәрлегенә арналған, музыканттар уның репертуарынан әҫәр башҡарырға тейеш.
Конкурстың тәүге этабы республика райондарында үтә, икенсеһендә ноябрҙә вокалсыларҙы Шишмә районында, баянсыларҙы Ауырғазы районында тыңлаясаҡтар. Конкурсты тантаналы рәүештә ябыу һәм гала-концерт 15 декабргә Өфө «Нур» татар театрында планлаштырылған, тип хәбәр итте «Кызыл таң» гәзите журналисы Айгөл Юлъяҡшина.
«Ике аҡҡош» конкурс-фестивале ойоштороусылары — БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика