Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июль 2014, 16:46

Силәбе өлкәһендә һабантуй үтте

Силәбе өлкәһенең Һатҡы районында, февраль айында 300 йыллығын билдәләгән, боронғо башҡорт ауылы – Әйленең юбилейына арналған һабантуй үтте.
Милли байрамда Стәрлетамаҡтың «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө вәкилдәре, шулай уҡ Һатҡы, Баҡал, Межевой һәм башҡа яҡын урынлашҡан биләмәләрҙең һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны.
Йола буйынса һабантуйҙа көрәш буйынса ярыштар уҙҙы. Балалар үҙҙәренә хас милли уйындарҙа – тоҡ менән «һуғыш»та, тура бейек бағанаға менеүҙә һәм ауыш бағанала йөрөүҙә ҡатнашты. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Автор: Екатерина Соколова
Читайте нас