Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Мәҙәниәт
8 Июля 2014, 07:12

Баш ҡалала «Эстония иҫләй: Салауат Юлаев» тип аталған китаптың презентацияһы үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Эстония иҫләй: Салауат Юлаев» тип аталған эстон һәм рус телендә китаптың презентацияһы үтте. Китап башҡорт халҡының милли батырының 260 йыллығына арналған.
Китапты нәшер итеү инициаторы – «Ағиҙел» Таллиндың башҡорттар йәмғиәте. Китап «ТЕА» Эстония китап нәшритендә сыҡҡан, тиражы 500 дана.
Презентацияла «Ағиҙел» йәмғиәтенең рәйесе, йыйынтыҡтың төҙөүсеһе Флүзә Хәйруллина, Эстония нәшриәте мөхәррире Сильви Айре-Вилло, материалдарҙы эстон теленә тәржемә итеүсе, Таллин педагогия университеты студенты Илнур Хәйруллин, башҡорт яҙыусылары һәм мәҙәни йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты.
Китапта өс бүлек: беренсеһе яугир һәм шағирҙың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған, икенсеһе ижадынан – эстон теленә тәржемә ителгән Салауат Юлаевтың шиғырҙарынан, шулай уҡ Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» трагедияһынан тора. Өсөнсөһө уҡыусыларҙы «Ағиҙел» башҡорттар йәмғиәте эшмәкәрлеге һәм башҡорт-эстон бәйләнештәре менән таныштыра.
- Тик бер «Уралым» шиғырын ғына башҡорт телендә ҡалдырҙыҡ – уныһы ватан буйынса һағыштары булғандар өсөн. Шулай уҡ китапҡа Мостай Кәримдең пьесаһын индерҙек, ундағы хәл-ваҡиғалар Эстонияла бара. Эстония театры был пьеса менән ҡыҙыҡһынды һәм уны ҡуйырға теләй, — тип һөйләне Флүзә Хәйруллина.
Баҫмала, Салауат Юлаевтың Рогервик ҡәлғәһендә каторгала булыуы менән бәйле, Эстония Милли архивының документтары ҡулланылған.
Эстония Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ла баҫмаға ярҙам күрһәткән.
- Эстон уҡыусыһы өсөн был китап бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ эстондарға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк, ә Өфө Таллинға ҡарағанда өс тапҡырға ҙурыраҡ булһа ла, беҙ – бәләкәй халыҡтар вәкилдәре, — тип һөйләне Сильви Айре-Вилло. — Башҡортостанға һәм Өфөгә тәүге тапҡыр килдек. Беҙ «Салауат йыйыны» байрамында ҡатнаштыҡ, Салауат районында музейҙа булдыҡ. Музей хеҙмәткәрҙәре менән аралаштыҡ, китапҡа ингән факттарҙы тикшерҙек.
— Тәржемә ябай эстон теленә, урта эстон кешеһе еңел аңлай алһын өсөн эшләнгән. Әгәр берәйһе эстон телен өйрәнһә, был баҫма менән ҡулланырға мөмкин, — тип хәбәр итте тәржемәсе Илнур Хәйруллин һәм яңы китаптан эстон һәм башҡорт телендә өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
10 июлдә «Эстония иҫләй: Салауат Юлаев» китабының презентацияһы Эстонияның баш ҡалаһында Таллинда, 11 июлдә Палдиски ҡалаһында үтәсәк.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас