06:12 (UTC+5), 29 Мая 2014

Өфөлә «Урал моңо» фестиваленең гала-концерты Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк

Ольга Мортазина
Башҡортостанда «Урал моңо — 2014» XVII Халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале бара. 28 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур алында Рәсәйҙең төрки телле төбәктәренән һәм илдәрҙән 53 кеше беренсе турҙа ҡатнашты. Икенсе тур бөгөн уҙасаҡ, унан һуң ҡатнашыусылар концерт менән Дәүләкән районына сығасаҡ һәм Башҡортостандың матур урындарының береһен – Асылыкүлде күрәсәк. Шул арала жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. 30 майҙа Салауат Юлаев майҙанында фестивалдең гала-концерты ойошторола. Бер ни тиклем ул фестивалдең төп майҙансығы – элекке «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайы реконструкциялауҙа булыуы менән бәйле.
- Фестиваль республикала 1992 йылдан алып уҙғарыла, — тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияла Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев. — Унда Төркмәнстандан тыш бөтә төрки телле халыҡтар һәм илдәр ҡатнашты. «Урал моңо» бөтә Евразия киңлеген яулаған тип әйтергә була.
Быйыл фестивалдә биш ил Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Гагаузия – Молдова, һәм Рәсәйҙең 14 төбәге ҡатнаша.
- Беҙҙең маҡсат – мәҙәни бәйләнештәр булдырыу, — тип билдәләне «Урал моңо» фестиваленең жюри рәйесе Урал Иҙелбаев. — Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн мәҙәни алмашыуҙарҙан яҡшыраҡ бер нимә лә уйлап табылмаған.
- Беҙҙең фестивалдә иң мөһиме еңеүсене билдәләү түгел. Иң мөһиме – беҙҙең бергә йыйылыуыбыҙ, төрки донъя мәҙәниәтенең еңеүе, ә ҡалғандар уны нисек һаҡлауыбыҙҙы күрәсәк, — тип белдерҙе Төркиәнән жюри ағзаһы Нәзилә Аббаслы.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика