Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Май 2014, 12:17

Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Кәримова юбилейын Башҡорт драма театры сәхнәһендә билдәләйәсәк

7 майҙа Рәсәйҙә Радио көнө – бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәренең байрамы билдәләнә. Был көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә үҙ юбилейын Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Кәримова билдәләйәсәк.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова телевидениеға 30 йыл ғүмерен арнаған. Уның тауышын, йөҙөн һәм йылмайыуын республиканың һәр кешеһе белә. Оҙаҡ йылдар буйына телевидениела даими алып барыусы булып эшләй, һәр көн телевизор ҡараусыларҙы «Өфө һөйләй» һүҙҙәре менән сәләмләй. Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан радиоһында» диктор булып эшләй.
Рәсимә Кәримова республика телевидениеһы һәм радиоһының дикторы ғына түгел, ә уның иң сағыу вәкилдәренең береһе, тамашасыларҙың һөйөүен яулап уның тере символына әйләнә.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында Рәсимә Кәримованың юбилей кисәһе 7 майҙа Ҙур залда 19 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.
Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас