Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2014, 12:22

Мәскәүҙә ете томлыҡ «Башҡорт халҡының тарихы» монографияһының презентацияһы үтте

Мәскәүҙә РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Башҡорт халҡының тарихы» ете томлыҡ монографияһының презентацияһы үтте. Был коллектив ғилми хеҙмәт Башҡортостан Фәндәр академияһы эгидаһы аҫтында республика ғалимдары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан коллегалары менән хеҙмәттәшлектә әҙерләнгән. Монография, Рәсәй Фәндәр академияһы сиктәрендә уҙғарылған, Евразия халыҡтарының береһенең тарихын беренсе тапҡыр киң өйрәнеү булып тора.
Ете томлыҡ өҫтөндә эш, боронғо замандан башлап, бөтә тарихи осорҙо уратып алған. Ул туғыҙ йыл самаһы эшләнә. Монографияның беренсе томы Мәскәүҙең «Фән» нәшриәтендә 2009 йылда донъя күрә. 2010 йылда сираттағы китап Өфөлә («Ғилем» нәшриәтендә) баҫыла, 2011 йылда – Рәсәй тарихы йылында – бер юлы өс том сыға, 2012 йылда – тағы ла икәүһе. Шул уҡ йылда бөтә серияға документаль ҡушымталар сығарыла.
Баҫманың дөйөм күләме 660 бит, «Башҡорт халҡының тарихы» китабының һәр томы 10 мең экземпляр тәшкил итә, һәр китапҡа документаль ҡушымта – ике мең. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан финансланған проекттың төп башҡарыусыһы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булып тора, уның хеҙмәткәрҙәре үткән быуаттың уртаһында республиканың беренсе күп томлы тарихын әҙерләй. Уларҙың башҡорт һәм крайҙың башҡа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса хеҙмәте ете томлыҡтың нигеҙенә ятты. Бынан тыш, уның авторҙары ғилми әйләнешкә шулай уҡ алдан билдәле булмаған беренсе сығанаҡтарҙы – шәжәрә, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, ғәрәп графикаһы менән төрөк телендә яҙылған материалдарҙы индерҙе.
Республика Вәкиллегенең конференция залында ете томлыҡтың презентацияһын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова – 2012 йылда 80 йыллығын билдәләгән республиканың төп гуманитар институты етәксеһе – үткәрҙе. Проект тураһында тулыраҡ институттың алдынғы хеҙмәткәрҙәренең береһе Булат Аҙнабаев һөйләне. Презентацияға федераль ғилми структуралар һәм академия институттарының ҙур даирә вәкилдәре, танылған тарих ғалимдары, атап әйткәндә, РФ Дәүләт Думаһы, Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы, сит ил һәм илселек – Ҡаҙағстан, Төркиә, Венгрия, Рәсәй гуманитар ғилми фонды, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды, Н.Н.Миклуха-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы, дөйөм тарих, көнсығышты өйрәнеү, археология һәм телде өйрәнеү институты вәкилдәре саҡырылғайны.
Презентацияла шулай уҡ РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Артур Шәйнуров ҡатнашты. Йыйылғандарҙың фекеренсә, бойомға ашырылған фундаменталь хеҙмәт ҙур тарихи дәүер дауамында башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белем яңы кимәлдә билдәләнгәнгә күрә, ҙур ғилми һәм мәҙәни-мәғариф әһәмиәткә эйә, тип хәбәр иттеләр Мәскәүҙә БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллектең матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: