Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
8+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль 2014, 18:19
Күмертауға Мәҙәниәт йылын «Үҙгәрештәр еле» алып килде
Күмертауҙа Мәҙәниәт йылын асыу һәм Ҡала көнө хөрмәтенә мәҙәниәт учреждениеларының һәм ижади коллективтарҙың «Үҙгәрештәр еле» («Ветер перемен») концерт-презентацияһы уҙҙы. «Башинформ» агентлығына Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт тәьминәте бүлеге начальнигы Елена Вершинина хәбәр итеүенсә, байрамда үҙенең бөтә төрлөлөгөндә ҡаланың мәҙәниәте күрһәтелде.
Концерт уҙған, «Дуҫлык» халыҡ ижады үҙәгенең фойеһында мәҙәниәт учреждениеларының күргәҙмәһе ойошторолғайны, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүселәренең наградалары күрһәтелгәйне. Экспозицияла Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы, Күмертау тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, 1-се балалар музыка мәктәбе, балалар һынлы сәнғәт мәктәбе, балалар хореография мәктәбе, «Таң» мәҙәниәт йорто һәм «Байрам» мәҙәни-ял итеү үҙәге ҡатнашты.
Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһының абруйлы ҡунаҡтары Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлбаныу Исхаҡова булды.
Сараның рәсми өлөшөн хакимиәт башлығы Борис Беляев асты, ул үҙенең сығышында Күмертау ҡалаһы үҫешендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҙур өлөшөн билдәләне. Мэр РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, урыҫ халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе Владимир Турченконың ҡулынан дирижерлыҡ таяҡсаны, идаралыҡ символы һымаҡ, алды.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
мәҙәниәт йылы
Читайте нас: