Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2013, 15:11

«Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Игорь Савельев – Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты

Яңы йыл алдынан республика Йортонда Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә 2011-2012 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл комиссия тикшереүенә 19 заявка бирелде. Өсәүһе лауреат булды – публицист, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Игорь Савельев, режиссер Айнур Асҡаров һәм музыкант, БР Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов. Уларҙың һәр береһе лайыҡлы танылыу һәм 150 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк алды.
Лауреаттарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, комиссия ағзалары ҡотланы, шулай уҡ лауреаттарҙың яҡын туғандары һәм дуҫтары.
- Был юғары награда – йәштәрҙең иң яҡшы вәкилдәренең талантын, профессионализмын һәм эшһөйәрлеген таныу. Бөгөнгө көнгә 65 йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булды, — тип билдәләне вице-премьер Марат Мәһәҙиев. — Беҙгә еңеүсене билдәләү, иң яҡшыларҙан иң яҡшыны һайлап алыуы бик ауыр булды.
Марат Мәһәҙиев, ҙур мәғәнәгә эйә булған премияны тапшырыу – лауреаттарға яңы юғары бейеклектәр яуларға импульс булып торасаҡ, тигән ышыныс белдерҙе.
Иҫәбе буйынса ун етенсе тантана ысын мәғәнәлә йыһан масштабын яуланы. Лауреаттарҙың береһе – Игорь Савельев «Терешкова летит на Марс» китабы өсөн премияға лайыҡ. Ул 2012 йылда Рәсәйҙең иң ҙур китап нәшриәте «Эксмо»ла баҫылып сыға. Автор әйтеүенсә, ул үҙ аллы тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан һәм унда үҙ урынын эҙләгән йәш егет тураһында социаль проза.
Марат Мәһәҙиев билдәләүенсә, Савельевтың китабы – ул йәш яҙыусының ҙур әҙәбиәткә үтеп инеүе, уны Өфө генә түгел, Рәсәй әҙәбиәт тәнҡинселәре лә юғары баһаланы. Ул инглиз һәм француз телдәренә тәржемә ителгән.
- Бөгөн минең өсөн өсләтә бәхетле көн. Беренсенән, Шәйехзада Бабич исемендәге премия миңә күпме кешеләр – яҙыусылар, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ярҙам итергә әҙер тороуын асыҡларға мөмкинлек бирҙе, һәм был мине, ысынлап әйтәм, хайран ҡалдырҙы. Мин бөтә кешеләргә, комиссия ағзаларына һәм айырыуса китабымды был премияға тәҡдим итеүсе үҙем эшләгән «Башинформ» агентлығы коллективына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Икенсенән, Шәйехзада Бабич исемендәге премия миңә республикала һәләтле йәштәр ни тиклем күп булыуын асыҡларға ярҙам итте, сөнки 12 кандидаттан торған исемлек баҫылып сыҡҡандан һуң, мин уларҙың һәр береһенең ижады менән таныша башланым, һәм уларҙың көслө рәссамдар булыуына шаҡ ҡаттым. Мин «рәссамдар» тип киң мәғәнәлә әйтәм һәм юрамал конкурсанттар йәки ярышташтар тип әйтмәйем, сөнки уларҙың ижады менән һоҡланам һәм был кешеләрҙең дә республика тарафынан билдәләнеүен теләйем. Өсөнсөнән, Башҡортостанда рус әҙәбиәте вәкилдәре араһында мин беренсе булып ошо премияны алам, был минең өсөн үтә мөһим. Минең уйлауымса, был күп кешеләрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе. Атап әйткәндә, күп йылдар йәш яҙыусыларға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән «Бельские просторы» журналы редакцияһының да.
Шулай уҡ хаҡлы награданы скрипкасы, БР Милли симфоник оркестры дирижеры, Йәштәр симфоник оркестрын ойоштороусы Рөстәм Сөләймәнов алды. 5 сентябрҙә Конгресс-холл артындағы майҙансыҡта үткән «Born in Bashkortоstan» («Башҡортостанда тыуғандар») проекты авторы, был наградаға оҙаҡ килеүе һәм уны алырға бик тә теләүе хаҡында әйтте.
- Беҙгә ошондай әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бөгөн ул бик мөһим, айырыуса йәштәр өсөн, — тине музыкант.
Тағы ла бер лауреат – талантлы режиссер Айнур Асҡаров «Еңмеш» фильмы өсөн премия алды. Был ҡыҫҡа метражлы таҫма 40-лап наградаға лайыҡ булды ла инде. Йәш режиссерҙың һәләте һәм оҫталығы бер нисә тапҡыр Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә баһаланған. Шулай ҙа, Айнур билдәләүенсә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия уның өсөн бик тә мөһим.
- Башҡортостанда премияны беренсе тапҡыр алам. Мин дә уға бик оҙаҡ килдем. Мине һайлағандары өсөн комиссияға рәхмәт. «Башҡортостан» киностудияһына ҙур рәхмәт, сөнки әгәр улар 2010 йылда «Әйҙәгеҙ, төшөрәйек!» тип сценарий тотоп килгән миңә – икенсе курс студентына ышанмаһалар, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Мин бергәләп оҙаҡ йылдар эшләүебеҙгә ышанам, һәм бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тип уйлайым. «Оскар» премияһы ла алда әле. Киләһе йылда яҡшы ижади башланғыстар теләйем, сөнки киләһе йыл Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән, беҙ Рәсәйҙе генә түгел, бөтә донъяны хайран ҡалдырырбыҙ, тип уйлайым.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: