Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2013, 18:24
Рудольф Нуриев иҫтәлегенә хореография училищеларының фестивале үтәсәк
Өфөлә 1-3 декабрҙә Рудольф Нуриевҡа арналған I Бөтә Рәсәй балет мәктәптәре фестивале үтәсәк. БР Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, илдең профессиональ бейеүселәр әҙерләүсе бөтә уҡыу йорттары ҡатнашырға заявка бирҙе. Улар иҫәбендә Мәскәү һәм Санкт-Петербург академиялары, Новосибирск, Пермь, Красноярск колледждары, Ҡазан һәм Краснодар училищелары.
Фестиваль расписаниеһында: гала-концерт, Нуриевтың ижади мираҫы мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл һәм арҙаҡлы уҡытыусылар үткәрәсәк оҫталыҡ кластары. Һөҙөмтәлә иң сағыу йәш башҡарыусыларға ике «Күтәрелеүсе йондоҙ» («Восходящая звезда») премияһы тапшырыласаҡ.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
фестивалдәр
балет
Читайте нас