Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2013, 11:48
Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙәге авторлыҡ кино фестивалендә ҡатнашасаҡ
Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм!» фильмы Мәскәүҙә уҙасаҡ VI Бөтә Рәсәй «Арткино» авторлыҡ ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивалендә ҡатнашасаҡ. Быйыл конкурс программаһына 80-дән ашыу төрлө жанрлы таҫмалар ҡуйылған: уйын, документаль, анимациялы, шулай уҡ эксперименталь кино.
Илдәге ҡыҫҡа метражлы фильм фестивалдәре араһында был фестиваль иң күләмлеләрҙең береһе булып һанала. Уның девизы: «Бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм». Конкурста илдең алдынғы кино мәктәптәре студенттарынан һәм уларҙы тамамлаусыларҙан тыш, ирекле авторҙар ҙа ҡатнашасаҡ. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың 90 процентын йәштәр тәшкил итһә лә, ул студенттар фестивале түгел, ә профессиональ тип иҫәпләнә.
«Өйләнәм!» фильмы 15 минутҡа тиклемге «Уйын киноһы» номинацияһында тәҡдим ителгән.
Төп геройы – бик яҡшы кейәү егет, уның һөйөклөһө булырҙан тирә-яҡтағы бер ҡыҙ ҙа баш тартмаясаҡ. Уға ярауы ла еңелдән түгел. Һәм был яуаплы эшкә – егеткә киләһе ҡыҙҙы тәҡдим итергә – олатаһы баҙнат итә. Был юлы егеткә бәхет йылмайырмы? Берҙән-берен табырмы?
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
кино
фестивалдәр
Читайте нас