Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
07:19 (UTC+5), 25 Сентябрь 2013

Йырсы Абдулла Солтановҡа 85 йәш

Эльмира Сабирова
Рәсәйҙә һәм донъяның күп илдәрендә башҡорт сәнғәтенең данын күтәреүсе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Абдулла Афзал улы Солтановҡа бөгөн 85 йәш тула.
Абдулла Солтановтың яҙмышы ғәжәйеп, ҡатмарлы һәм урыны менән фажиғәле лә. Ул 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт ССР-ы Тамъян-Ҡатай кантонының Ҡобағош ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районында тыуа. Профессиональ сәхнәгә сыҡҡансы 40 йыл «Байрамғол» совхозында көтөү көтә. Йәш сағынан художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, тыуған районының һәр ауылында, бөтә ҡыр стандарында сығыш яһай.
Абдулла Солтановты тәүге тапҡыр сәхнәгә уның башланғыс синыф уҡытыусыһы Мәфтүхә Суфийән ҡыҙы алып сыға. Ете йәшлек малай ата-әсәһенең һәм яҡташтарынан халыҡ йырҙарын башҡарыуын тыңлап, уларҙы аңына һеңдерә бара. Атаһы Афзал һәм күп кенә туғандары оҫта ҡурайсылар һәм йырсылар булып иҫәпләнә. Әсәһе Маһиямал да моңло тауышлы була. Абдулла Солтанов атаһынан ҡурайҙа уйнау оҫталығын һәм боронғо оҙон көйҙәрҙе ( «Урал», «Томан», «Буранбай» һәм башҡалар) башҡарыу манераһын отоп ала,.
Ҙур сәхнәгә Абдулла Солтанов беренсе тапҡыр 1955 йылда сыға. Халыҡ йырсыһының репертуарында юғары кимәлдә башҡарылған йөҙләгән йырҙар – «Урал», «Буранбай», «Хисам», «Ғилмияза», «Томан», «Шәүрә» һәм башҡалар.
Иҫ киткес башҡарыу оҫталығы һәм йыр ижадын пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Абдулла Солтановҡа Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемдәре бирелә. 2008 йылда, 80 йәше тулыу алдынан уның республика ҡалалары буйлап гастролдәре ҙур уңыш менән үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика