Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Май 2013, 17:30
Башҡорт режиссеры Айрат Абушахманов Ҡазанда «Әрем еҫе» спектакленең премьераһын тәҡдим итте
29 һәм 30 майҙа Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында Илгиз Зәйниев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Әрем еҫе» спектакленең премьераһы үтте, тип хәбәр итә
«Татар-информ»
мәғлүмәт агентлығы.
Драматург, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт театры режиссеры һәм актеры Илгиз Зәйниев «Әрем еҫе» пьесаһын 2012 йылдың көҙөндә яҙған. Шул уҡ йылдың декабрендә пьеса «Яңы татар пьесаһы» конкурсының беренсе премияһына лайыҡ булды.
Спектаклдең режиссеры – «Алтын битлек» номинанты Айрат Абушахманов. Төп ролде Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Илдар Хәйруллин башҡара.
«Әрем еҫе» спектаклендә бәхет, мөхәббәт, тормош мәғәнәһе кеүек мәңгелек ҡиммәттәр тураһында бәйән ителә. Пьесаның төп геройы Сәфәр 35 йыл элек, бер кемгә лә бер нәмә лә аңлатмайынса, үҙенән бала көткән һөйгән йәрен, туғандарын ҡалдырып, тыуған ауылынан сығып китә...
Ролдәрҙе Илдар Хәйруллин, Алһыу Ғәйнуллина, Илдус Әхмәтйәнов, Зөлфирә Зарипова, шулай уҡ театрҙың йәш артистары Раил Шамсуаров, Эмиль Талипов, Алмас Сабирйәнов, Гөлсәсәк Хәмәҙинурова һәм Нәфисә Хәйруллина башҡара.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
театр
премьералар
Читайте нас