Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
06:52 (UTC+5), 29 Мая 2013

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистарын Төркиә Президенты ҡабул итте

Эльмира Сабирова
БР Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төркиәнән ҡайтты. Унда бейеүселәр ТӨРКСОЙ менән ойошторолған халыҡ-ара йәштәр һәм спорт байрамында һәм төрки телле илдәр мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивалендә ҡатнашты.
Башҡортостан бейеүселәре Анкара, Силифке, Караман ҡалаларында иң яҡшы башҡорт бейеүҙәрен тәҡдим итте. Улар араһында - «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Ҡурай» һәм башҡа бейеүҙәр.
Анкарала ТӨРКСОЙ ағзалары булған 25 илдән 28 профессиональ ижад коллективы сығыш яһаны.
— Был сағыу сарала төрки халыҡтар сәнғәте ынйылары тәҡдим ителде, - тине Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев. – Бер нисә көн эсендә ҡуйылған 400 артист ҡатнашлығындағы төрөк бейеүе байрамдың төп ваҡиғаһы булғандыр ул. Халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы тамашаның төп темаһы булды.
Бынан тыш, ансамбль вәкилдәре Төркиә Президенты, спорт һәм йәштәр министры менән осрашыуға, шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-фатирына саҡырылды. Осрашыуҙар барышында артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде, ТӨРКСОЙ-ҙың почет грамоталары тапшырылды.
Силифке һәм Караман ҡалаларында ансамбль артистары үҙәк майҙандарҙа сығыш яһаны һәм балалар өсөн хәйриә концерттары үткәрҙе.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика