

Благовар районының Һарайлы ауылында йәшәүсе Хәтимә Мәүлитова яугирҙарға үҙ автомобилен тапшырған.
Хәтимә Мәүлитова әйтеүенсә, ул 30 йылдан ашыу колхозда механизатор булып эшләй, ә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң үҙенең балаларына, яҡындарына ярҙам итә.
«Пенсияға сыҡтым, хәҙер өйҙә ултырам. Ә техника беҙҙең яугирҙарға кәрәк буласаҡ. Ике кейәүем Тыуған ил һағына баҫты. Уларҙың береһе башҡорт батальоны составында водитель булып хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк булды. Икенсе кейәүебеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта, шуға күрә бөтә ғаиләбеҙ менән геройҙарыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Ике ҡыҙым ла машиналарын МХО зонаһына оҙатты», – ти Хәтимә Мәүлитова.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.