Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Данияр Абдрахманов республиканың Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты ағзалары менән осрашыу үткәрҙе. Йәмәғәт ойошмаһы ил төбәктәрендә 2022 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгәйне. Башҡортостанда Комитетты әүҙем ирекмән, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Мацкевич етәкләй.
Данияр Абдрахманов МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә Комитет мөһим әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында белдерҙе.
«Республиканың район һәм ҡалаларында 50-нән ашыу осрашыу үткәрелде. Комитет граждандарҙан 100 меңдән ашыу үтенес ҡабул итте һәм ярҙам күрһәтте. Был ғәйәт ҙур ярҙам», — тине Абдрахманов.
Республикала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды бүлексәһе һәм МХО ветерандары ассоциацияһы әүҙем эшләй. Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты иһә башҡа ойошмалар эшен ҡабатламайынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.
«Уның ағзалары республика Башлығы ҡарамағындағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссияһына үҙ башланғыстарын тәҡдим итә. Атап әйткәндә, ойошма ағзалары мәктәптәрҙә яугирҙәрҙең балалары өсөн оҙайтылған көн төркөмдәрен асырға тәҡдим итте. Был төркөмдәр 100 процент барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла булдырылды. Күптән түгел комитет «Героинялар дәүере, көслө ҡатын-ҡыҙҙар заманы» проектын башлап ебәрҙе. Был проектта офицер ҡатындарына иғтибар йүнәлтелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың был категорияһына башҡа йәмәғәт ойошмалары иғтибар бүлмәй, шуға ла был башланғыс бик урынлы. Ғөмүмән, бындай ойошмаларҙың күплеге яҡшы, ярҙамға мохтаж булған бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмай», — тине Ольга Кабанова.
Кәңәшмәлә шулай уҡ МХО ветерандары менән эшләү өсөн психологтар әҙерләү һәм хәрбиҙәрҙе диспансеризация үткәреү тураһында һүҙ барҙы. Данияр Абдрахманов хәрбиҙәрҙең ғаиләләре осраған һәр проблеманы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртырға ҡушты.
«Бер төбәктә мәктәп ашханаһында балаларҙы «аҙ тәьмин ителгән» һәм «СВО» төркөмдәренә бүлгәндәр. Бындай хәлдәр беҙҙә булып ҡуймаһын. Халыҡҡа был ярҙам сараһы нисек ҡабул ителеүен һәм һөҙөмтәлә нимәгә килтерәсәген аңлатырға кәрәк. Был йәһәттән аналитик мәҡәләләр, тапшырыуҙар эшләргә мөмкин. Беҙгә был хәлде ентекләп аңлата алырлыҡ белгестәр кәрәк», — тип билдәләне Башлыҡ ярҙамсыһы.
Ватан һалдаттары ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич әйтеүенсә, ойошманың бөтә ағзалары йәмәғәт башланғысында эшләй.
«Алты эшсе төркөм булдырылды. Иң ҡыуандырғаны, беҙҙең ағзалар һаны арта бара. Кешеләр Комитетҡа ҡушылып ҡына ҡалмай, ә беҙҙең партнерҙарға әүерелә. Бөтә дәүләт органдары һәм ведомстволары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә беҙ инде 101 меңдән ашыу мөрәжәғәт буйынса кешеләргә ярҙам иттек. Мәҫәлән, беҙгә Үзбәкстандан күсеп, 30 йылдан ашыу республикала йәшәгән бер ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул 2014 йылда паспорт ала, әммә 2024 йылда 45 йәш тулғас, уға Үзбәкстан гражданы булыуы тураһында хәбәр иттеләр. Ул бер йылға яҡын паспортын яңырта алмай. МХО-ла улы һәләк булғас, бер ниндәй ҙә түләүҙәр бирелмәй, документтар юллай алмай. Баҡтиһәң, паспорт өҫтәле хеҙмәткәрҙәре хата ебәргән. Беҙ был мәсьәләне 3 көндә хәл иттек һәм ғәйеплеләрҙе асыҡланыҡ, — тип уртаҡлашты Эльвира Мацкевич. — Беҙҙең барлыҡ эштәр хаҡында социаль селтәрҙәрҙә яҙып булмай. Әммә ошондай ғына мәсьәләләр хәл ителә тип аңларға кәрәкмәй. Бында кешеләрҙең яҙмышы, ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында һүҙ бара».
МХО яугирҙәре хатта алғы һыҙыҡта ла Комитетҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләй Мацкевич. Ойошма ағзалары командирҙарың һорауы буйынса МХО зонаһына бара һәм ҡабул итеүҙәр үткәрә. Шулай уҡ юғалған һалдаттарҙы табыуҙа ярҙам итеү өсөн Мәскәүҙәге һәм башҡа ҡалаларҙағы хәрби табиптар экспертизаһы үҙәге менән хеҙмәттәшлек булдырылған.
Комитет өс йыл эшләй, ошо ваҡытта бихисап әһәмиәтле социаль проекттар тормошҡа ашырылған. Иң һуңғыларының береһе Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында старт алған «Героинялар дәүере, көслө ҡатын-ҡыҙҙар заманы» проекты.
«Беҙ МХО яугирҙәренең ҡатындарын, ҡыҙҙарын, әсәләрен берләштергән проект башланыҡ. Беҙгә был ысынлап та кәрәк. Һалдаттар ҡайтҡас, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу кәрәклеген аңлайбыҙ, әммә быны бергәләп башҡарырға кәрәк. Уларҙы ҡайтыуға әҙер булғас, эштәр күпкә еңелерәк буласаҡ. Проектта ҡатнашыусыларға стресты еңергә, ғаиләләге көрсөк ваҡытында мөнәсәбәттәр өҫтөндә эшләргә, яңы эш табырға, үҙ эшен асырға һәм йәшәү өсөн аҡса эшләргә өйрәнергә ярҙам итәсәктәр. Шулай уҡ социаль һәм ирекмәнлек проекттарында ҡатнашыу күҙ уңында тотола», — тине Эльвира Мацкевич.