Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:03 (UTC+5), 22 Ноября 2025

«Ағайҙарым артынан барам»: Әбйәлил районынан йәш яугир МХО-ға юлланған

Фото: мәҡәлә геройының шәхси архивынан
Инсаф Хужабирганов

Әбйәлил районынан «Джедай» ҡушаматлы яугирҙың МХО-ға юлланыуы хаҡында З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары Ғаяз Бикбулатов яҙғайны. «Башинформ» ҡыйыу егеттең үҙе менән аралашты. 

«Джедай» күптән түгел контракт төҙөгән. Бөгөн инде ул алғы һыҙыҡта, заданиеға әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Яугирға 32 йәш, өйләнгән.

«Кинәт МХО-ға барырға ҡарар иттем. Хәҙер инде ил һаҡларға миңә сират етте. Бөгөн алғы һыҙыҡтамын, позициялар буйлап экскурсияға сығырға әҙерләнәм. Патрондар әҙерләйем, кейем-һалым», — тип уртаҡлашты «Джедай».  

Яугирға уның ауылдаштары, ағалары өлгө булған.

«Позывной уйларға ҡуштылар. Күптән МХО-ла ҡатнашҡан ауылдашым «Джедай» иҫкә төштө. Уның ҡушаматын алырға булдым. Минең алғы һыҙыҡҡа юлланырға ҡарар итеүемә уларҙың ҡыйыу хеҙмәте йоғонто яһаны», — тине яугир. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт итеүҙең тәүге йылында уҡ 3 920 мең һумға хоҡуҡлы, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыуға килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты, тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтынан алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-18/zhitel-bashkirii-ushel-v-zonu-svo-vsled-za-bratyami-4470848

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика