
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы — күп милләтле хәрби подразделение, унда «милли берҙәмлек» төшөнсәһе тәрән мәғәнәгә эйә. Был хаҡта полктың логистика ротаһында хеҙмәт итеүсе һалдат, «Шаман» позывнойлы хәрби белдерҙе.
«Башинформ» агентлығына «Журналист» позывнойлы хәрби һөйләүенсә, «Шаман» Салауат районынан алғы һыҙыҡҡа юлланған. Ул сығышы менән Тажикстандан. Башҡортостанға ул 90-сы йылдарҙа күсеп килә. Тәүҙә туғандарына ҡунаҡҡа килеп йөрөй, ҡояшлы башҡорт төбәген үҙен итеп, республикала ҡалырға ҡарар итә.
«Шаман» оҙаҡ йылдар төҙөлөштә эшләй. Һуңыраҡ төҙөлөш каскаһын ашнаҡсы баш кейеменә алмаштыра. Башҡортостандың популяр шифаханаларының береһендә ун йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләй.
«Башҡортостан миңә шунда уҡ оҡшаны. Республикала тыныс, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Тәбиғәт бик оҡшай. Айырыуса Йүрүҙәнгә төшөп балыҡ тоторға яратам», — ти «Шаман».
Башҡортостанда «Шаман» мөхәббәтен таба, өйләнә, атай була.
2023 йылда ул илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, Башҡортостан мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итергә ҡарар итә. 2024 йылдың яҙында һалдат Торск ҡултығында штурмлау операцияларында ҡатнаша. Батырлығы өсөн «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
«Башҡортостан» полкында беҙҙең киң Рәсәйҙең бөтә милләттәре иңгә-иң терәп хеҙмәт итә. Дүрт быуат элекке кеүек үк, халҡыбыҙ йәнә дөйөм хәүефкә ҡаршы берләште. Беҙҙең барыбыҙҙы ла фронтта алға китеү теләге берләштерә. Беҙ махсус операция бурыстарын мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ. Төрлө милләт һәм дин кешеләре үҙҙәренең хәрби хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайта», — тип билдәләне «Шаман».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контрактсыларға түләү күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөнгә контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең дөйөм суммаһы — 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы — республиканан, ҡалғаны федераль аҡса. Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында алырға була.