Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:15 (UTC+5), 10 Октября 2025

Башҡортостандан йәш егет әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытта МХО-ға юлланырға ҡарар иткән

Благовещен районында йәшәүсе ғаиләнән МХО-ға ете кеше юлланған.

Фото: Благовещен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабирганов

Благовещен егете Артур әрменән ҡайтыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар ҡыла. 2025 йылдың сентябрендә егет Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Был хаҡта район башлығы Анна Ҡарабанова социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. 

Артурҙы МХО зонаһына ғаиләһе һәм дуҫтары оҙатҡан. Район башлығының һүҙҙәренсә, МХО башланғандан алып Вервельскийҙар ғаиләһенән ете ир-егет ил һағына баҫҡан: ғаилә башлығы үҙе, өс улы һәм өс кейәүҙәре алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Өйҙә әсә кесе балалары менән МХО зонаһына гуманитар ярҙам йыя.

«Артур улыбыҙҙы беҙ тәрбиәгә алдыҡ. Уны алғандан һуң ғаиләбеҙ ҙурая башланы, тағы ла балалар алдыҡ. Артурҙың ҡарарын бик ауыр ҡабул иттек, иланыҡ, йоҡламаныҡ, әммә беҙҙең ғаиләлә шулай: ир-ат ҡарар ҡабул иткән икән, тимәк, ул ныҡлы хәл иткән. Тормош иптәшем, улдарыбыҙ, кейәүҙәребеҙ шулай МХО-ға юлланды. Бындай ауырлыҡтар беҙҙең иңебеҙгә тәүгә төшмәй», — ти Ирина Вервельская.

«Артур барыбыҙ өсөн дә өлгө. Уның ҡыйыу ҡарары беҙҙе көн дә тыуған иле өсөн көрәшкән яҡташтарын һоҡландыра. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һәр берегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ», — тип белдерҙе Анна Ҡарабанова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт итеүҙең тәүге йылында уҡ 3 920 мең һумға хоҡуҡлы, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыуға килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты, тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтынан алырға мөмкин.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика