Көйөргәҙе районынан «Алтын» ҡушаматлы яугир хаҡында «Көнгәк» гәзите яҙа. Ул, биш бала атаһы булыуға ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡҡа хеҙмәт итергә юллана.
«МХО-ның тәүге көндәренән егеттәр янына барғым килде. Ваҡытында Чечня болғанышын үткән кеше булараҡ, ундағы хәлдәрҙең нисегерәк икәнен күҙ алдына килтерә инем. 2024 йылдың ноябрь айында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, сығып киттем. МХО-ла БТР-ға ултырҙым, бронетөркөм водителе булып хеҙмәт иттем. Таңғы алтыла һалдаттарҙы алғы һыҙыҡҡа индерәм, кисен алып ҡайтам. Бронемашинала ҡаршылыҡ тыуҙырған ерҙәр, ҡыуаҡлыҡтар, һаҙмат урындар аша үтергә тура килә. Шулай уҡ боеприпас, аҙыҡ-түлек ташыу ҙа минең яуаплылыҡта. Унда иң ауыры беләһегеҙме нимә? Яралы һәм һәләк булған яуҙаштарҙы сығарыу. Ҡалған ауырлыҡҡа сыҙарға була...» — ти яугир.
Бөгөн яугир район дауаханаһында реабилитация курсы үтә. Тәнендәге ун ике ярсыҡ тынғы бирмәй һалдатҡа. Һаулығын нығытҡас, ул яңынан яу ҡырына юлланырға ниәтләй.