Үҙенең позывнойы хаҡында яугир фамилияһынан бер ижекте алыуын әйтте. «Баха» бала саҡтан патриотик рухта тәрбиләнә, ир ҡорона инеп ғаилә ҡорғас, олатайҙары юлын дауам итергә ҡарар ҡыла.
«Беҙҙең нәҫелдә элек-электән ир-егеттәр Тыуған илде һаҡлағандар. Атайым Мәскәүҙә Жуковский исемендәге хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул мине һәр сәләмәт егет армияла булырға, Тыуған илде һаҡларға тейеш, тип үҫтерҙе. Уҡытыусы булып эшләгән әсәйем дә патриотлыҡ орлоҡтары сәсеп тәрбиәләне. Ишетеп кенә белгән олатайымдарҙың икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Олатайымдар менән ғорурланып үҫтем. Уларҙың береһе – илдә барған 1917 йылғы үҙгәрештәрҙә ҡатнаша. Кавалерист булып хеҙмәт итә. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем яу юлдары үтә. Уның күп орден-миҙалдары өйөбөҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, — тип һөйләне яугир.
«Баха» мәктәптә яҡшы уҡый. Ҡулына аттестат алғандан һуң үҙенең яҙмышын тимер юлы менән бәйләргә ҡарар итә. Ул Өфө тимер юлы колледжында белем алып, Өфө — Куйбышев тимер юлы селтәрендә эшләй. Шунан армия сафында хеҙмәт итә. Мотоуҡсылар полкы составында Тажикстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Егет 2023 йылдың август аҙағында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тыуған ил һағына баҫа. Батырлығы өсөн «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Өйләнгән, ике улы уны һағынып көтөп тора.
Улым ялға өсөнсө тапҡыр ҡайтты, тип уртаҡлашты яугирҙың әсәһе.
«Ҡайтыу менән кире китеү тураһында уйлай башлай. Иптәштәре менән һәр ваҡыт бәйләнештәләр. Бынан хәстәрләп, кәрәкле әйберҙәрҙе алып китәләр. Был юлы окоп шәмдәре кәрәк ине. Ошо һорау менән «Ватанды һаҡлаусылар» фондының райондағы социаль координаторы Рәлиә Наил ҡыҙы Бикбаеваға мөрәжәғәт иттек. Ул шунда уҡ ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы штабтан ирекмәндәр үҙҙәре үк килтереп бирҙеләр. «МХО ҡатындары һәм әсәләре» тигән төркөм бар. Улар менән тиҙ генә кәрәк-яраҡты әҙерләйбеҙ. Ауылдаштар ҙа йылы ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр йыйып ярҙам ҡулдарын һуҙалар. Аҙаҡ яугирҙәр күп рәхмәт һүҙҙәрен ебәрәләр, — тине әсә.
Бынан алда «Башинформ» МХО-ға юлланған Урал аръяғы имам-ахуны Сәйфулла Ғайсин хаҡында һөйләгәйне.