

Урал аръяғы райондарының имам-ахуны, «Рәсулиә» мәсетенең имам-хатибы Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Был хаҡтағы хәбәрҙе Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратында раҫланылар.
Сәйфулла хәҙрәт МХО-ның тәүге көндәренән алғы һыҙыҡҡа һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнә. Ике тапҡыр үҙе Донбассҡа барып ҡайта. Ошо көндәрҙә ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты менән килешеү төҙөп алғы һыҙыҡҡа хеҙмәт итергә юлланды.
«2022 йылда уҡ унда барырға хәл иткәйнем. Әммә Асҡарҙа мәсет төҙөнөк. Хәҙер йәштәр мәҙрәсәлә уҡып ҡайтты, уларға эшемде тапшырып, МХО-ға һалдаттарға ярҙамға юлға сыҡтым. Беҙ православие дине руханиҙары менән бергә хәрби частарға барып һалдаттарҙың рухын күтәрәбеҙ, ауыр саҡта уларға терәк булабыҙ», — тип һөйләне Сәйфулла хәҙрәт.
Сәйфулла хәҙрәт әйтеүенсә, уның ҡустылары МХО биләмәһендә хеҙмәт итә.
«МХО ҡағылмаған ғаилә бармы икән республикабыҙҙа. Бер ҡустым әле бында, алғы һыҙыҡта. Әбйәлил яугирҙары күп. Хеҙмәткә юлланыр алдынан МХО яугирҙарына һәм тыл ирекмәндәренә арналған «Берҙәмлек көсө» тип аталған журнал да сығарҙым. Унда МХО-ға ярҙам иткән Әбйәлил ирекмәндәре, алғы һыҙыҡтағы тарихтар тураһында уҡырға мөмкин. Журналдың тышлығында беҙҙең геройыбыҙ, Тамерлан исемле яугир», — ти хәҙрәт.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.