Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
8+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2011, 17:34

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ

Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә һауа торошона бәйле сюрприздар булмаясаҡ. Был хаҡта бөгөнгө матбуғат конференцияһында Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә республикала 10 градус самаһы һалҡын булыуы көтөлә. Төньяҡ райондарҙа минус 20 градусҡаса һыуытыуы ихтимал.
— Раштыуаға һыуыҡтар булмаҫ, моғайын, — тип билдәләне ул. – Ә керәшен һыуыҡтары инҡар ителмәй.
Анна Козаева шулай уҡ быйылғы йыл йомғаҡтары менән уртаҡлашты:
— Быйыл һауа торошо бик уңайлы булды. Һыуыҡ февралде, эҫе һәм ҡоро июлде иҫәпләмәгәндә, етди аномалиялар күҙәтелмәне. Ауыл хужалығы өсөн дә йыл уңайлы килде.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: