Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.96
+0
90.56
-0.59
68.98
+0.46
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2011, 14:25
«Ҡыҙыл таң» гәзите журналисы – иң яҡшы йәш драматург
12 - 15 ноябрҙә Ҡазанда «Иҙелем аҡсарлағы» Бөтә Рәсәй йәш яҙыусылар конкурсының йомғаҡлау өлөшө үткән. Күренекле әҙиптәр Ғәзинур Морат, Ләбиб Лерон, Өлфәт Зәкирйәнов, Марат Закир, Илһөйәр Ихсанованан торған жюри илдең төрлө төбәктәренән ебәрелгән йөҙҙән артыҡ эште баһалаған.
30 йәшкә тиклемге ижадсылар үҙ көсөн сәсмә әҫәр, шиғриәт, балалар әҙәбиәте һәм драматургия номинацияларында һынаған. «Ҡыҙыл таң» журналисы Айҙар Зәкиев беренсе урын алған.
«Ҡыҙыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында әйтелеүенсә, йәш драматургтың әлегә бер әҫәре лә сәхнәләштерелмәгән, әммә уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусы театрҙар бар. Редакция хеҙмәткәренә киләсәктә был маҡсатҡа ирешеп, ижад доньяһында яңы үрҙәр яулауын теләй. Коллегаларҙың теләктәренә «Башинформ» агентлығы ла ҡушыла.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
әҙәби конкурстар
Читайте нас: