ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 10 октябрҙә төндә Башҡортостан полицияһына Благовещен районының Дмитриевка ауылындағы йорттарҙың береһендә
янғынды һүндергән саҡта дүрт кешенең һөлдәһе табылыуы хаҡында хәбәр килде. Ошо осраҡ буйынса «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылды.