Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
11+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2017, 11:17

Бөгөн – Бөтә донъя ҡан доноры көнө

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 14 июндә, донъяның бөтә илдәре лә кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡанын бушлай тапшырған кешеләргә рәхмәт белдереү өсөн Бөтә донъя донор көнөн билдәләй. Быйыл донор өсөн кампанияның үҙәк темаһы – ғәҙәттән тыш хәлдәр – донорлыҡ ҡанында ҙур мохтажлыҡ кисергән тәбиғәт һәләкәте, фажиғә, ҡораллы конфликт, антропоген һәләкәт, юл-транспорт фажиғәһе шарттарында ҡан донорлығы. Тик һуңғы тиҫтәләгән йылда ғына һәләкәттәр 1 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән һәм йыл һайын 250 миллиондан күберәк кешегә ҡағыла. Ғәҙәттән тыш хәл осрағына етәрлек донор ҡанының запасын йыйыу өсөн бөтә халыҡты йәлеп итергә һәм йыл дауамында бушлай ҡан бирергә әҙер донорҙарҙы табырға кәрәк. 2017 йылғы кампанияның лозунгы сифатында «Нимә менән ярҙам итә алаһығыҙ?» тигән һорау, өҫтәмә «Ҡан тапшырығыҙ! Хәҙер тапшырығыҙ! Уны йыш тапшырығыҙ!» лозунгы һайланған.
Йыл һайын донъяла 108 миллион самаһы ҡан алыу осрағы теркәлә. Республика ҡан биреү станцияһы (Өфө ҡалаһы, Батырская урамы, 41/1) Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып тора. Йыл һайын ул 100 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итә һәм төбәктең дауалау учреждениелары өсөн 44 тоннанан ашыу ҡан әҙерләй. Станциялар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында эшләй. Шулай уҡ баш ҡала, ҡала һәм район дауаханаларында ла ҡан тапшырырға мөмкин. Төбәктә «Почетлы донор» исеменә лайыҡ булған 10,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.
Быйыл Бөтә донъя донор көнөнә ҡан хеҙмәте учреждениелары араһында Башҡортостан буйынса «Рәсәйҙең иң яҡшы доноры» республика конкурсы ойошторолдо, унда 20 донор һәм 9 донорҙар династияһы ҡатнашты. Октябрьский ҡалаһынан Мөхөтдиновтар ғаиләһе «Донорҙар династияһы» номинацияһында еңеүсе булды. Улар 10,4 литр ҡан һәм 59,3 литр плазма тапшырған. «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Зуйков республика буйынса «Донорҙар хәрәкәтенең төбәк лидеры» номинацияһында билдәләнде. Ул шулай уҡ Рәсәй милли конкурсында ла ошо номинацияла еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр Республика ҡан биреү станцияһында.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: