Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
84.04
+0.46
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 13:20

Башҡортостанда Белгород өлкәһенән килгән балаларға республика етәксеһенән бүләктәр тапшырылды

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы
Фото:Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы

Башҡортостанда Белгород өлкәһе балаларына республика Башлығынан бүләктәр һалынған артмаҡлы сумкалар бүләк иттеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 апрелдә Өфөгә Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын уҡыусы килде. Уларҙы Илеш районының «Орлёнок» һауыҡтырыу лагерына һәм Әбйәлил районының Яҡтыкүл буйындағы «Ҡайындар» ял йортонда урынлаштырҙылар.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һәм мәғариф министры Илдар Мәүлеитбирҙин балаларҙың хәлен белешергә барҙы.

«Республика Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын ҡабул итте. Уларҙың 241-е Илеш районының Орленок лагерында йәшәй. Бөгөн иртәнсәк балаларҙың йәшәү, туҡланыу һәм уҡыу шарттары менән таныштыҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтан бүләктәр тапшырҙыҡ. Артмаҡлы сумкалар, канцелярия тауарҙары, художество, бейсболка һәм футболка. Балалар яраҡлашыу осорон үтте, иң мөһиме, уларға бик оҡшай, улар башҡорт һүҙҙәрен дә өйрәнә башлаған. Ата-әсәләр, балаларығыҙ ышаныслы һәм хәстәрлекле ҡулдарҙа. Беҙҙең вожатыйҙар — иң яҡшыһы, беҙ бында уҡырға, һөнәр алырға килергә теләйбеҙ, ти балалар. Ҡунаҡсыл республикабыҙ Белгород өлкәһенән бик күп балаларҙы ҡабул итте», — тип яҙа Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-24/v-bashkirii-detyam-iz-belogorodskoy-oblasti-vruchili-podarki-ot-glavy-respubliki-3740423

Читайте нас: