Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 14:53

25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу тыйыла

«Башҡортостан» милли паркы
Фото:«Башҡортостан» милли паркы

25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркының йылға-күлдәрендә балыҡ тоторға ярамай. Был осорҙа балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башлай.

Шулай ҙа балыҡ ҡармаҡларға мөмкин, ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә, тип асыҡлыҡ индерҙе парк етәкселеге.

Ыуылдырыҡ сәсеү участкаларында бөтә төр балыҡ тотоу ҡәтғи тыйыла. Кәмәлә йәки катерҙа йөрөү сикләнә.

Был Нөгөш һыуһаҡлағысына ла ҡағыла.

Һаҡ режимын боҙған өсөн 3-4 мең һум штраф ҡаралған. Әлеге осорҙа рөхсәтһеҙ балыҡ тотоуға контроль көсәйтелә, тип билдәләнеләр паркта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-24/v-natsparke-bashkiriya-s-25-aprelya-zapreschaetsya-rybalka-3740386

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: