Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 16:35

Республикала «Сәләмәтлек поездары»ның тәүге маршруттары билдәле булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Фото:Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостандың бәләкәй ауылдары буйлап йәнә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башлай. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланған акция 15 апрелдән 15 сентябргә тиклем ғәмәлдә. Уҙған биш йылда табиптар 150 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән.

«Сәләмәтлек поездары» республиканың һәр районына килә. Комплекстар составында күсмә флюорографтар, маммографтар, һаулыҡ үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар.

Был миҙгелгә алты маршруттың эш графигы — бында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-12/po-bashkirii-soobschili-o-pervyh-marshrutah-poezdov-zdorovya-3725633

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: