Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Апрель , 10:43

Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан Азат Бадрановтың Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе. Был вазифала ул Урал Килсенбаевты алмаштыра.

Бынан тыш, Бадранов 2021 йылда ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы етәксеһе вазифаһына кире ҡайтарыла (махсус операция зонаһына юлланғансы ул ошо комиссияның етәксеһе булды).

«Азат Бадрановтың махсус хәрби операцияға китеүе менән бәйле әлеге бурысты Азамат Абдрахманов башҡарҙы. Азамат Фәрит улы, эшегеҙ өсөн рәхмәт. Быны йәнә Азат Шамил улына тапшырабыҙ. Эшкә тотоноғоҙ», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-04-15/azat-badranov-naznachen-pervym-zamestitelem-administratsii-glavy-bashkirii-3727610

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: