19:51 (UTC+5), 05 Августа 2026

Салауат һәр кемдең йөрәгендә, һәйкәл тирәләй бәхәс тыуҙырыу кемгә кәрәк?

Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле фекерҙәр, образдар, тойғолар һәр кемдә төрлөсә. Күптәр өсөн был монумент республика, ундағы йәшәгән халыҡтың киләсәген сағылдыра. Бөгөн Салауат битараф булмағандарҙың ярҙамына мохтаж – уның тирәләй ығы-зығы туҡтамай, болғатыусылар табылып тора.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» агентлығы
Инсаф Хужабирганов

Салауат Юлаев һәйкәлен беренсе тапҡыр 2013 йылда күрҙем — юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, тәүгә баш ҡалаға килгәйнем. Шул көндә үк Ағиҙел йылғаһы ярына менеп, һәйкәлдең мөһабәтлегенә хайран ҡалып торғаным хәтерҙә. Ул саҡта тәнемдең һәр күҙәнәген, йәнемде ниндәйҙер көс ялмап алды. Халҡыбыҙ өсөн, Башҡортостан өсөн ғорурланыуҙан йөрәгем тағы ла ярһып типте. Ә Салауатты мин мәктәп дәреслектәрендәге шиғырҙарҙан, әсәйҙең әкиәттәренән, башҡорт батырҙары тураһындағы хикәйәттәрҙән генә белә инем. Уны герой тип белдек, һәйкәлде һүрәттәрҙә күрҙек. Бары тик шул ғына. Әммә бында, һәйкәл эргәһендә, күҙгә күренмәгән рухи бәйләнеш уянғандай булды. Тәү ҡараштан ғашиҡ булған кеүек, күңелдә ниҙер ҡуҙғалды, һәм әле лә ебәрмәй. Генетик хәтер ошо булалыр.

Шул ваҡыттан алып Салауат Юлаев һәйкәле минең өсөн изге урын, унда йөрөргә, уйланып алырға йә икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан ҡаланы күҙәтергә мөмкин. Күп яҡташтарыма таныштыр был, Салауат янына барыу — үҙенә күрә фатиха алыуға тиң, тормоштағы берәй мөһим ваҡиға, мәҫәлән, өйләнер алдынан. Һуңынан һәйкәл янындағы майҙан ғаиләмдең яратҡан урынына әйләнде. Яңы тыуған ҡыҙымдың һәйкәл янында тәүгә йөрөүе, Салауат менән танышыуы, тағы ла батырҙар тураһында әкиәттәр һөйләү. Хәҙер улымды Салауат менән «таныштырырға» хыялланам. Тик бының өсөн бер аҙ көтөргә тура киләсәк. Реконструкция эштәре тамамланыуын, батырҙың законлы урынына ҡайтыуын көтәбеҙ. Шәхсән минең өсөн уның ниндәй материалдан булыуы мөһим түгел. Хәйер, бронза яҡшыраҡтыр: Ағиҙел йылғаһында сағылып, ҡояшта балҡып торһон.

Мин был реконструкцияны аңлы рәүештә көттөм: 2021 йылда уҡ журналист-коллегалар менән бергә һәйкәлдең торошон баһалауҙа ҡатнаштым һәм шаҡ ҡаттым. Салауатыбыҙ ҡот осҡос хәлдә ине. Редакцияға ҡайтҡас, «Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай» тигән мәҡәлә яҙҙым. Белгестәр һәйкәлдең ныҡ тутығыуын, эске йөйҙәре ысҡыныуын асыҡлағайны. Ул ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров, һәйкәл киләсәк быуындар өсөн мотлаҡ һаҡланасаҡ, тип ҡарар ҡабул итте.

Шул ваҡыттан алып биш йыл үтте, йөҙләгән экспертиза, тикшеренеүҙәр үткәрелде, һәйкәлдә меңдәрсә «яра» табылды. Һәм уның үҙендә генә түгел, мәғлүмәт майҙанында ла. Һәйкәл тирәләй бәхәстәрҙең ни өсөн килеп сығыуы һәм ҡубыуы әле лә аңлашылып етмәй. Бәхәстәр ҡуйыра, бәғзеләр уларҙы милли мәсьәләләргә бороп ебәрергә маташа. Мин — башҡорт, һәм минең өсөн милли геройҙың һәйкәле лайыҡлы материалдан эшләнеүе — бронзанан ҡойолоуы мөһим. Монументтың авторы Сосланбәк Тавасиев та тап шундай теләктә була, хәҙер реставраторҙар (яҡшы фәнни нигеҙләү менән) был идеяны тормошҡа ашырырға планлаштыра. Әммә тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташыусылар табылып тора. Мәҫәлән, ҡайһы бер блогерҙар һәм провокаторҙар был ҡарарҙы Салауат һәйкәлен юҡ итеүгә тиңләне һәм төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр тарата башланы. Мәҫәлән, интернетта республика етәкселеге Салауат Юлаев образын генерал Шайморатов образына алмаштырыуы тураһында хәбәрҙәр таралды. Был ялған ғына түгел, провокация. Ике батыр ҙа республикала милли герой тип иҫәпләнә. Төбәктә Миңлеғәле Шайморатов һәм Салауат Юлаев исемендәге ике батальон булдырылған. Подразделениелар Донбаста хәрби махсус операцияла ҡатнаша һәм батыр ата-бабаларының шанлы юлын лайыҡлы дауам итә.

Был шау-шыу башҡа тарихтар менән дә оҙатыла. Аңлашыла, һәр ҡайһыһының үҙ сәйәси һәм иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Уларҙы теҙеп яҙырға, оҙаҡ фекер йөрөтөргә мөмкин. Әммә халыҡ хәтерендә һаҡланған дүрт миҫалды иҫкә төшөрөү урынлы булыр.

Мәҫәлән, тап һуңғы йылдарҙа республикала оҙаҡ йылдарҙан һуң «Салауат йыйыны» халыҡ байрамы тергеҙелде. Сара хәҙер республика кимәлендә киң ҡолас менән уҙғарыла.

Икенсенән, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Салауат Юлаевтың тыуған төйәге — Тәкәй ауылы биләмәһе республикаға ҡайтарылды. Оҙаҡ ваҡыт был тарихи урын рәсми рәүештә Силәбе өлкәһендә ине. Республика властары биләмәне ҡайтарып ҡына ҡалманы, батырҙың тыуған ауылын тергеҙҙе — уның урынында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы төҙөлдө.

Республиканың төп дәүләт премияһы Салауат Юлаев исемен йөрөтә. 2024 йылдан башлап уның күләме 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Быға тиклем премия ике йылға бер тапҡыр ғына бирелһә, хәҙер ул йыл һайын тапшырыла.

Шулай уҡ Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы төҙөкләндерелә. Был да республика Башлығы ҡарары менән мөмкин булды.

Ғәҙәттә, кешене эшенә ҡарап баһалайҙар. Ирҙәрҙе нисек вәғәҙәне үтәүен ҡарайҙар. Шулай булғас, һәйкәл тиҙҙән үҙенең элекке урынына, Ағиҙел йылғаһының бейек ярына ҡайтыр, тип ышанам. Радий Фәрит улы һүҙ бирҙе. Һәм ул һүҙендә тора, сөнки аңлай: Салауат Юлаевтың урыны — республика гербында, Өфө үҙәгендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешенең йөрәгендә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика