10:37 (UTC+5), 07 Апреля 2026

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовты хөрмәтләп иҫкә алды

Бөгөн Асҡар ауылында Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскәләр һалды. 2025 йылдың октябрендә әбйәлилдәр МХО барышында һәләк булған яҡташ яугиргә һәйкәл асты.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
Олег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 4 июлендә гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов етәкселегендәге зенит ракета-артиллерия батареяһының хәрби расчеты дошманға һауа разведкаһы алып барып, һауа оборонаһы буйынса хәрби дежурға сыға һәм ракетаға ҡаршы һуғыша башлай. Хәрби хеҙмәткәрҙең оҫта эш итеүе, ракета уты шарттарында ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтеүе, шулай уҡ шәхси составҡа аҡыллы етәкселек итеүе хәрби расчетҡа дошмандың туғыҙ ракетаһын тар-мар итергә мөмкинлек бирә. Бөтә хәрби комплектты тотоноп, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә була, ошо мәлдә ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик яуҙаштары менән бергә һәләк була, ләкин улар, ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. 2022 йылдың 13 июлендә тыуған яғы Әбйәлил районының Асҡар ауылында ерләнгән.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров геройҙың Алтын Йондоҙон уның ата-әсәһенә тапшырҙы. 2023 йылдың 1 сентябрендә Радий Хәбиров Әбйәлил районының Асҡар ауылында Таһир Күсимов исемендәге гимназияла булды һәм Рәсәй Геройы, гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Асҡар ауылының бер урамы Тамерлан Илһамов исемен йөрөтә, гимназиянан тыш, Сибай институтында мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Геройҙың ҡаһарманлығы тураһында «Герои. Ключи от неба Тамерлана Ильгамова» документаль фильмы төшөрөлдө. Академик Расплетин исемендәге «Алмаз» ғилми-производствоһы берекмәһе радарына «Тамерлан Илһамов» исеме бирелде. «Рәсәй почтаһы» геройҙың портреты төшөрөлгән почта маркаһы сығарҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-04-07/glava-bashkirii-pochtil-pamyat-geroya-rossii-tamerlana-ilgamova-4642760

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика