Өфөлә «Газ» позывнойлы МХО яугиренә гуманитар ярҙам күрһәтелгән. Яугиргә ярҙам итеүҙәрен һорап уның хәләл ефете – баш ҡаланың Октябрь районы йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәре мөрәжәғәт иткән.
Асыҡланыуынса, «Газ» иптәштәре менән бергә хәрби бурысты үтәгән ваҡытта уларҙың автомобиле ВСУ дроны һөжүменә дусар булған. Беҙҙең техника тулыһынса ҡыйратылған. Бәхеткә күрә, яугирҙәребеҙ яраланмаған.
Өфө автосалондарының береһе был үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырманы, тип хәбәр итте Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов. Янып бөткән автомобилде алмаштырыу мәсьәләһе бер аҙна эсендә хәл ителгән.