

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева килде. Уның МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестиваль-конкурсының финалында ҡатнашыуы һәм бер нисә объектҡа барыуы көтөлә.
Бөгөн, 24 мартта, Өфөлә Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО ветерандары Ренат Ғилметдиновҡа, Айрат Нуриевҡа, Вильмир Килмәмәтовҡа, Илнур Гәрәевкә һәм Илшат Әлимғужинға актив коляскалар һәм ҡул менән идара ителгән автомобилдәр асҡыстары тапшырҙы.
«Беҙҙең дәүләттең терәге һәм өмөтө булып торған егеттәр менән сафта тороу – минең өсөн оло мәртәбә. Һеҙ дәүләтте яҡлауҙа беренселәрҙән булдығыҙ, шуның өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Коллегаларыма, фондтың социаль координаторҙарына, хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт әйткем килә. Республика Башлығы етәкселегендәге төбәк командаһына рәхмәт белдерәм. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының маҡсаты – һеҙ үҙегеҙҙе мөмкин тиклем яҡшы тойһон өсөн һеҙгә ярҙам итеү, таяныс булыу», – тине Анна Цивилева.
«Республика өсөн махсус хәрби операцияға, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ. Беҙ һеҙҙең алда бурыслыбыҙ, һеҙҙең менән һоҡланабыҙ һәм, әлбиттә, һәр саҡ ярҙам итербеҙ. Хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн республикабыҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.