11:05 (UTC+5), 12 Марта 2026

Башҡортостан Башлығы: Һәр муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориал асыла

12 мартта Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалына сәскәләр һалды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Азат Ғиззәтуллин

Мемориаль комплекс «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 19,5 миллион һум тотонолған. «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалы ауылдың үҙәк, иң иҫтәлекле урыны булып тора. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориал 2009 йылда төҙөлгән. Скульпторы – Владимир Дворник. Скульптура композицияһында – «Ҡайғырыусы әсә», мәңгелек ут, Советтар Союзы Геройҙары Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы, Ведерников Николай Степанович, Сәйетов Ғәбделхәй Сәйет улы, Хәйҙәров Әмир Сөләймән улының бюстары, һәләк булған яугирҙәргә һәм һуғышта 5 һәм унан күберәк улын юғалтҡан әсәләргә иҫтәлекле таҡтаташтар, яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙға – яугир-интернационалистарға һәм Төньяҡ Кавказда илебеҙҙе һаҡлаусыларға иҫтәлекле гранит плитәләр.

«Беҙҙең республикала һәләк булған геройҙарға айырым мөнәсәбәт. Ҡайһы тораҡ пунктҡа барһаң да, унда мотлаҡ обелиск бар. Алда беҙҙе ҙур эш көтә. Һәр муниципалитетта, Өфөләге кеүек үк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориал булырға тейеш», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-12/glava-bashkirii-v-kazhdom-munitsipalitete-budet-memorial-uchastnikam-svo-4611572

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика