

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотларға килгәйне.
Полкта һалдаттар һәм офицерҙар алдында башҡорт эстрадаһы артисы Альбина Килдейәрова ла сығыш яһаны.


Заһир Зәйнетдинов һәм Альбина Килдейәрова хәрби-сәйәси эштәр идаралығы пункты сәхнәһендә Даян Мурзин исемендәге мотоуҡсылар батальоны яугирҙәре өсөн күптәргә яҡшы таныш композицияларҙы башҡарҙы.
Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре дауалаған яралылар өсөн концерт ошо подразделение ваҡытлыса урынлашҡан урында яңғыраны.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә концерт номерҙары менән яуап бирҙе. Ижадташ дуҫтары һәм хәрби иптәштәре алдында Ҡариҙел районы егете, күп һанлы республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты, 2023 йылдың көҙөндә Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән «Йырсы» позывнойлы яугир сығыш яһаны.
Уның менән бергә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы Эльмира Юлдашева ла ижады менән ҡыуандырҙы.
Популяр артист менән бергә яугирҙәргә «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре лә килгәйне. Волонтерҙар яҡташтарына республика райондарында һәм Силәбе өлкәһендә йыйылған гуманитар ярҙам, күстәнәстәр һәм посылкалар килтерҙе.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.