10:56 (UTC+5), 20 Февраль 2026

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу МХО ҡатнашыусыһы ер алған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына 381 ер участкаһы бирелде. Бөгөн Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин яугирҙәргә һәм уларҙың туғандарына ярҙам тураһында һөйләне.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте / сайт
Эдуард Ҡусҡарбәков

МХО-ла ҡатнашыусылар – 102, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре 279 участка алды, тип асыҡлыҡ индерҙе ул.

Рөстәм Ғизәтуллин һүҙҙәренсә, ер участкалары биреүҙән тыш, бөгөн шифахана-курортта дауаланыу программаһы айырыуса кәрәкле. 2025 йылда республика шифаханаларында 3814 кеше дауаланған, был 2023 йылға ҡарағанда 2,2 тапҡырға күберәк. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып 9155 МХО яугиренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтелгән.

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары конкурс буйынса һайлап алынған 15 шифаханала дауалана.  Республиканың төп шифаханалары –  «Ассы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Йоматау», «Яҡтыкүл», «Ҡайынҡай», шулай уҡ «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге, «Әй» профилакторийы, «Ҡайындар» ял йорто һәм башҡалар.

Быйыл республика бюджетында МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын шифахана-курорт дауалауы өсөн 66,5 миллион һум ҡаралған. Әлеге ваҡытта министрлыҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын шифахана-курортта һауыҡтырыуҙың льготалы тәртибен тергеҙеү мәсьәләһен өйрәнә.

Бынан тыш, махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн дәүләт мөлкәтен һәм ер участкаларын файҙаланған өсөн ҡуртым түләүен кисектереү, шулай уҡ ҡуртым килешеүҙәрен штраф санкцияларынан тыш өҙөү мөмкинлеге ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-20/v-bashkirii-zemlyu-poluchili-bolee-sta-uchastnika-svo-4561847

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика