Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
+0.26
92.48
+0.53
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы йыйылыштары башланды

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

12 февралдә Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы йыйылыштары башланды. Уларҙа 150-нән ашыу махсус операция ветераны – Рәсәй Федерацияһының 89 төбәгенән МХО ветерандарының төбәк ассоциациялары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнаша.

«Мин тәү сиратта һеҙгә республикабыҙ исеменән хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Һеҙгә ҙур рәхмәт, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. 

Республикабыҙҙа йыйындар үткәрергә ҡарар итеүегеҙ өсөн бик рәхмәтлемен. Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ, оло мәртәбә булды. 2022 йылдың көҙөндә, илдә мобилизация башланғас, ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙы берләштергән ветеран ойошмаларының беҙгә шул тиклем ныҡ ярҙам күрһәтеүҙәрен тойҙоҡ. Был ойошмаларҙан башҡа әлеге юлды үтеүе ҡыйын булыр ине. Хәҙер инде МХО ветерандары ассоциацияһы булмаһа, алдыбыҙҙа торған күп кенә бурыстар хәл ителмәҫен яҡшы аңлайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – төп өҫтөнлөк, тип билдәләне республика етәксеһе. Башҡортостанда ошондай ярҙам сараларының төбәк системаһы эшләй. Былтыр республикала 12 яңы сара өҫтәлде һәм хәҙер улар 55-кә етте. Төбәктә «бер тәҙрә» принцибы буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре асыла. Йыл һуңына тиклем улар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа эшләргә тейеш. Яуҙан ҡайтҡан өс мең яҡташыбыҙҙың барыһы ла тиерлек эшкә урынлаштырылған һәм диспансеризация үткән (78%, 86%). Реабилитацияға, протезлауға, яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә, үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеүгә, йәмәғәт тормошона, адаптив спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар бүленә.

«Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – көслө, ныҡлы МХО ветерандары ассоциацияһын булдырыу. Республикала беҙ уны партнерыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, бөтә мәсьәләләрҙе иңгә-иң терәшеп хәл итербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-12/v-ufe-startovali-vserossiyskie-sbory-assotsiatsii-veteranov-svo-4575865

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас