

Дыуан районының Ярославка ауылынан МХО-ла ҡатнашыусы Кирилл Рогозников разведка ротаһы командиры вазифаһын үтәй. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Рогозников 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә фронтҡа алына. Әммә яҡташыбыҙ быға тиклем үк яҙмышын армия менән бәйләй.
Кирилл Рогозников 2014-2015 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен тултырғандан һуң оборона министрлығы менән контракт төҙөй, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә. Хәрби тәжрибәһенең махсус операцияла ла файҙаһы тейә. Гвардия кесе лейтенанты званиеһын ала. Яралана. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән осорҙа хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Авдеевканы алған өсөн», «Хәрби разведкала хеҙмәт иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.